Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2023, 09:48

Фажиғә булмаһын өсөн...

Үкенескә күрә, янғындар көн һайын сыға. Әле - тегендә, әле - бында. Күп осраҡта кеше үҙе ғәйепле. 

Фажиғә булмаһын өсөн...
Фажиғә булмаһын өсөн...

МЧС иҫкәртә: хөрмәтле республика халҡы! Йылытҡыстарығыҙҙы ҡарап ҡына тороғоҙ, боҙоҡ булһа, тиҙ генә белгестәрҙән йүнәттерегеҙ, үҙаллы үҙгәрештәр индермәгеҙ. Йыш ҡына электр селтәренә көсөргәнеш төшкәндән янғын сыға. Зинһар, ошоға иғтибар итегеҙ!

Газ менән дә һаҡ булығыҙ, приборҙарҙы тикшертеп тороғоҙ! Тиҙ тоҡаныусан элементтар менән һаҡ эш итегеҙ. Бәләкәй генә тәмәке төпсөгөнән дә ҙур ут сығыуы ихтимал!

Балаларығыҙҙы янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтегеҙ.

101 һәм 112 телефондарын улар ҙа белһен.

Фото: МЧС по РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: