Килеп етеүҙәренә 8-се ҡаттағы фатирҙың бер бүлмәһен ут ялмап алған була. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан 16 кешене алып сыға, бер кешене автобаҫҡыс ярҙамында ҡотҡаралар, 25 кешене эвакуациялайҙар. Янғында зыян күргән ир кеше 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған.
Ут һүндерелгән. Янғынды һүндереүгә 45 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
Фото: МЧС РБ.