Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар , 16:49

Эшҡыуарҙар субсидия юллай ала

2022 йылда Башҡортостан эшҡыуарҙары 188,8 млн һум муниципаль субсидия алған.

Эшҡыуарҙар  субсидия юллай ала
Эшҡыуарҙар субсидия юллай ала

Сығымдарҙы ҡаплауға тотонолған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарып алыуға йүнәлтелгән субсидиялар былтыр барлығы 461 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм 31 үҙмәшғүлгә бирелгән. Дөйөм 188,8 млн һум сумманың 88,8 млн һумы - муниципаль ҡаҙнанан. Финанс ярҙамы "Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү" дәүләт программаһы буйынса йүнәлтелгән. Ошо программала 2022 йылда 468 млл һум аҡса бүлеү ҡаралған (369,7 млн һумы республика ҡаҙнаһынан, 98,6 млн һум - муниципаль берәмектәрҙән). Бындай финанслау быйыл да дауам итәсәк.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в