Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2023, 11:50

Беҙгә барыбер түгел!

Республикала ҡар көрәү буйынса тематик флешмоб ойошторолған. Эйе, хәҙер эште лә флешмобҡа әйләндерәбеҙ, күңеллерәк була.

Беҙгә барыбер түгел!
Беҙгә барыбер түгел!

#НамНеВсеРавно #БеҙгәБарыберТүгел саҡырыуы буйынса ойошторолған ҡар көрәү идеяһын күптәр күтәреп алған һәм көрәк тотоп ихатаһына сыҡҡан.

Әйтеүҙәренсә, Өфөлә генә ҡар өс көндә норманың 65 проценты күләмендә яуған. Был – ныҡ күп. Коммуналь хеҙмәттәрҙең техникаһы саҡ өлгөрҙө. Өмәһеҙ булмай, тип ҡала халҡы ихаталарға үҙе сыҡты.

Флешмобта Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Межгорье, Яңауыл ҡалалары, Асҡын, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Ҡалтасы район үҙәктәре халҡы ҡатнашҡан. Социаль селтәргә үрҙәге хештег буйынса ҡуйылған фотоларға ҡараһаң, хатта балаларҙың көрәп йөрөүе күренә. Үәт, шәптәр!

Ә буран дауам итә...

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: