+13 °С
Болотло
Ни бары ике генә аҙыҡ-түлек кәрәк: банан һәм какао. Ике порцияға ике банан һәм бер ҡалаҡ какао алына.
Банандарҙы йоҡа ғына итеп киҫергә лә, туңдырыу өсөн һауытҡа теҙеп һалырға. Туңдырғысҡа төнгөлөккә йә 3 – 4 сәғәткә ҡуйығыҙ.
Туң банандарға какао ҡушып, крем хәленә ингәнсе блендерҙа йәки комбайнда болғағыҙ.
Йәнегеҙ теләгән тәмләткесте ҡушып биҙәргә мөмкин, былай ҙа телде йоторлоҡ туңдырма килеп сыға.
Тәмле булһын!