Был турала Назаров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.
Премьер-министр белдереүенсә, төҙөлөш урынында инженер коммуникациялары ремонтланған, яңы йылытыу, елләтеү, төтөн сығарыу системалары әҙер. "Барыһы ла буялған, яңы стеналар күтәрелгән, фасад үҙгәртелгән, янғынға ҡаршы ишектәр ҡуйылған. Быйыл эшселәр бинаның ҡыйығын һәм нигеҙен нығытасаҡ", - тип яҙған республика Хөкүмәте башлығы.
Йыл аҙағында уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Өфөлә вуз-ара кампус төҙөү буйынса концессия килешеүе төҙөлгән. Проектҡа 26,8 млрд һум инвестиция һалынасаҡ.
Кампус ике этапта төҙөлә, тәүгеһендә «IQ — парк» реконструкцияланасаҡ.
Фото: vk.com (Андрей Назаров).