Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2023, 17:30

“А” төрөмө, ”В” төрөмө?

Хәҙер баш ҡата – нимә менән ауырығанды аныҡ ҡына белеп тә булмай: коронавирусмы, сусҡа киҙеүеме, ОРВИ-мы, башҡаһымы? "Цербер", "Омикрон", "H1N1/09"... Элек барыһы ла ябай ине: йә киҙеү, йә тымау. 

“А” төрөмө, ”В” төрөмө?
“А” төрөмө, ”В” төрөмө?

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты директоры Александр Гинцбург В (инглиз хәрефе менән билдәләнә) киҙеүе билдәләре тураһында һөйләгән.

Уның әйтеүенсә, тауыш үҙгәрә, нәҙегәйә, шунан бөтөп үк ҡуйһа, был – В төрҙәге грипп. А киҙеүен В киҙеүенән шуның буйынса айыралар: һуңғыһы тауышҡа “бәрә”. Сирләү процесы тамаҡтан башлана. Әгәр ҙә уны туҡтатмаһаң, бактериаль инфекция менән ҡушылып, бронхитҡа әйләнәсәк йәки үпкәне шештерәсәк.

Әйткәндәй, тиҙҙән “А” төрөнөң бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Ул быйыл таралған "сусҡа киҙеүе" - H1N1/09. Юғары температура, баш ауыртыуы, хәл бөтөүе, тән һыҙлауы менән башлана.

Ауырымағыҙ! Һаҡланығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: