Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2023, 17:45

Катокка юлды ҡыҫҡартам тип бәләгә ҡалғандар

Һүҙ Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле аҫтындағы текәнән Ағиҙел яры буйындағы катокка юлды турайтабыҙ тип уйлаған өс үҫмер тураһында бара. Улар көстәрен самаламаған - тау битләүенән төшә алмаған.

Катокка юлды ҡыҫҡартам тип бәләгә ҡалғандар
Катокка юлды ҡыҫҡартам тип бәләгә ҡалғандар

Ғәҙәттән тыш хәл урынына баш ҡаланың граждандар һаҡлау идаралығы ПСО хеҙмәткәрҙәре юлланған. Улар Благовещендан булған 13-17 йәшлек үҫмерҙәрҙе альпинист ҡорамалы менән аҫҡа төшөргән, медицина ярҙамы кәрәк булмаған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: