Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2023, 15:18

Хөкүмәт ултырышында - сабыйҙар һаулығы мәсьәләләре

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, неонаталь скрининг тикшереүен тәьмин итеү буйынса федераль программа эшләйәсәк.

Хөкүмәт ултырышында - сабыйҙар һаулығы мәсьәләләре
Хөкүмәт ултырышында - сабыйҙар һаулығы мәсьәләләре

Яралғыны иртә тикшереү төрлө сирҙе, бигерәк тә нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн кәрәк. Ярҙам ни тиклем иртә була, шул тиклем яҡшыраҡ.

Башҡортостанға тикшереү өсөн өлгөләрҙе республика бала табыу йорттарынан ғына түгел, ә Волга буйы федераль округындағы 151 учреждениенан - күрше өлкәләрҙән килтерәсәктәр.

Андрей Назаров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә генеологик патология табылған сабыйҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Фото: БР Хөкүмәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: