Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2023, 15:35

Финанс контроль системалары яңыртыла

"Эске дәүләт (муниципаль) финанс контроле буйынса иң яҡшы орган" Бөтә Рәсәй алтынсы конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында республиканың Финанс министрлығы ла бар.

Финанс контроль системалары яңыртыла
Финанс контроль системалары яңыртыла

Конкурсты «Финконтроль» журналы Дәүләт финанс үҫеше союзы менән берлектә ойоштора. Башҡортостандың Финанс министрлығы «Реализация итогов» номинацияһында еңеү яулаған.

Ведомство башлығы, БР Хөкүмәте вице-премьеры Лира Иғтисамова белдереүенсә, ҡаҙаныштар министрлыҡтың контроль алып барыуҙа яңы системалар һәм алымдар индереү буйынса Контроль-ревизия идаралығы хеҙмәткәрҙәренең планлы эше һөҙөмтәһе. Беҙҙә был йәһәттән эшкә талапсан ҡарау бар.

Шул уҡ ваҡытта муниципаль финанс контроле буйынса ла муниципалитеттарҙың һәм башҡарма власть органдарының берлектә эшләүе дауам итә. Әлеге конкурста Шаран, Федоровка, Ишембай райондары, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының муниципаль контролерҙары 2-се, 3-сө дәрәжә дипломдары алған. "Тәжрибә уртаҡлашыу" проектына старт бирелгән.

 



Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: