Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января 2023, 07:20

Өфө районында 16 йәшлек Татьяна Фаркова юғалған

Өфө районының Булгаков ауылында 16 йәшлек Татьяна Фаркова юғалған. «БашРегионСпас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 30 декабрҙән ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Өфө районында 16 йәшлек Татьяна Фаркова юғалғанӨфө районында 16 йәшлек Татьяна Фаркова юғалған
Өфө районында 16 йәшлек Татьяна Фаркова юғалған

Билдәләре: буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, йәшел күҙле.

 

Капюшонлы йәшел куртка, ҡара-көрән футболка,көрән башлыҡ, көрән ботинкалар кейгән.

 

Әгәр һеҙ ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8(937)3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас