Альберт Билалов Белоретта йәшәгән һәм эшләгән, әүҙем тормош алып барған, урманды һәм балыҡ тоторға яратҡан. Бар буш ваҡытын балалары менән уҙғарған. Хәрби кеше булырға ниәтләгән һәм СВО башланғас шунда барырға ҡарар ҡабул иткән. Уға 41 йәш тулған ине.
Евгений Ильичёв 1990 йылда тыуған, ҡаланың 21-се мәктәбен һәм училищены тамамлаған. Яҡындары әйтеүенсә, ул яҡшы һәм ярҙамсыл кеше булған. Былтыр октябрь айында ул контракт төҙөп махсус хәрби операция урынына юлланған.
Мәрхүмдәрҙең ауыр ҡайғыһын ысын күңелдән уртаҡлашам. Барыбыҙ ҙа һеҙҙең менән ҡайғырабыҙ. Егеттәр үҙҙәренең ғүмере менән Ватан алдындағы бурыстарын үтәне. Улар тураһындағы хәтер күңелдәребеҙҙә мәңгегә ҡалыр", - тип яҙған ул.