Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2023, 14:18

Башҡорт теле иғтибар үҙәгенән төшмәйәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров уҙғарған кәңәшмәлә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаға субсидиялар бүлеү тураһында фекер алыштылар.

Башҡорт теле иғтибар үҙәгенән төшмәйәсәк
Башҡорт теле иғтибар үҙәгенән төшмәйәсәк

Был ойошма 2018 йылда төҙөлгән. Уның маҡсаты башҡорт телен үҫтереү буйынса граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү. Тәүҙә финанслау бюджеттан тыш булған, ә былтыр көҙҙән алып ярҙам механизмы үҙгәртелгән. Быйыл 1,2 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, финанслау күләме йыл һайын арттырыласаҡ һәм 6,3 миллион һумғаса еткереләсәк.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: