+13 °С
Болотло
Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йорттоң тулыһынса янып китеүе күҙәтелгән.
Ә 92 кв. метр майҙанда янғын һүндерелгән.
Үкенескә күрә, янғынды һүндереү барышында өс кешенең: 1940 йылғы ҡатындың, 1938 йылғы һәм 1968 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәләре табылған.
Янғынды һүндереүгә 28 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән.
Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
Фото: Т. Аманов