+1 °С
Болотло
Кеҫәл өсөн беҙгә 1,5 литр һыу, 6 стакан геркулес, 2 аш ҡалағы сүпрә йәки 5 г "Люкс" ҡабартҡысы, 5 аш ҡалағы шәкәр кәрәк.
Һыуға сүпрә менән геркулесты һалып, яҡшылап бутарға ла, өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, тәүлек ярым ултыртып торорға. Геркулес ебеп бөтһөн өсөн даими рәүештә бутарға кәрәк. Ике ҡат марля аша һөөҙөп алғас, шыйыҡлыҡты утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сығыу менән һүндерергә (әгәр ҙә кеҫәл ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, бер аҙ ҡайнатып алырға була).
Һыуынып сыҡҡас, эсемлек әҙер. 1 стакан кеҫәлгә 2 аш ҡалағы һөт һалып бутарға ла мөмкин.