Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 12:19

Талантлы артист тыуған көнөн билдәдәй

Фортепианоны ҡалдырып, театрҙы һайлаған ул...  

Талантлы артист тыуған көнөн билдәдәй
Талантлы артист тыуған көнөн билдәдәй

Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Эльвира Юнысова тыуған көнөн билдәләй.

Эльвира Әхтәм ҡыҙы Сибай ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәп менән бер рәттән музыка мәктәбен тамамлаған. Урта белем алғас, Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегенә уҡырға инә һәм уның өс курсынан һуң уҡыуын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында (профессор Рәфҡәт Исрафилов курсы) дауам итә. Институттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры спекталдәрендә уйнарға саҡырыла. Тәүге ролдәре - Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым…» драмаһында Гөлнариса, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» комедияһында Зәмзәгөл, Антон Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһындағы Маша. Артабан Эльвира Юнысова сәхнәлә һәм фильмдарҙа 50-нән артыҡ роль уйнап, киң танылыу яулай. 

1988 - 1995 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институты  уҡытыусыһы.  2008 йылда Эльвира Юнысова Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: