Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 15 декабрҙә уҙған йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә республика Хөкүмәтенә 2023 йылда торлаҡ-коммуналь комплексы өсөн ярҙам сараларына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе өйрәнергә ҡушты.
- Был программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында беҙ 300 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүлеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Был муниципаль берәмектәрҙә 7 меңдән ашыу яҡтыртҡыс, 3432 тимер-бетон яҡтыртыу таяуҙарын ҡуйырға һәм 94 километр сым монтажларға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2023 йылда "Башҡорт ихаталары" Республика программаһын оҙайтыу һәм бүленгән финанслауҙы арттырыу күҙаллана. Бюджет тураһындағы законға ярашлы, йорт яны киңлектәрендә төҙөкләндереү сараларын тормошҡа ашырыуға 2023 йылда 1 миллиард 200 миллион һум ҡаралған. Был аҡсаға 27 муниципалитетта 206 ихата төҙөкләндереләсәк, - тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров.