Бөгөн Радий Фәрит улы Ғафури районының Красноусол ауылында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының миномет батареяһы командирының ғаиләһе менән осрашты.
"Тор" позывнойлы офицер хәрби хәрәкәттәр ветераны. 2022 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы указы менән ул махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Улар тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе байрам алдынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары менән осрашыуы хаҡында һөйләне.
- Осрашыу ваҡытында "Тор " позывнойлы һалдат менән һөйләштем. Ул Ғафури районынан булыуы, ғаиләһенең шунда йәшәүе хаҡында һөйләне. Мин һеҙгә ҡунаҡҡа килергә һәм геройҙан сәләм еткерергә вәғәҙә бирҙем. Унда һәр кем лайыҡлы көрәшә. Беҙ, әлбиттә, улар өсөн борсолабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе ғаиләнең ниндәй ярҙам алыуы, ниндәй өҫтәмә ярҙам кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды. Яугирҙың ҡатыны әйтеүенсә, улар һәр саҡ хәстәрлек һәм иғтибар үҙәгендә.