Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 09:55

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы. Белгестәр фекеренсә, буран әле генә туҡтамаясаҡ.

Көн торошо
Көн торошо

Шаршамбы, 4 ғинуарҙа, Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, төбәктә төндә лә, көндөҙ ҙә ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың айырым райондарында буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы фаразлана. Уртаса ел йүнәлеше - көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштае. Төндә термометр бағанаһы -5, -10, аяҙытҡанда - -15 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ - 3-8 градус һалҡын.

Кесаҙна, 5 ғинуарҙа, ел көнбайыштан иҫәсәк, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Тәүлек дауамында һауа температураһы 19-8 градус һалҡын буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: