2022 йылдың 11 айында Башҡортостан райондарында һәм ҡала округтарында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында 2689 кәңәшмә уҙғарылған, уларҙа 3997 проект ҡаралған. Был 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6 прцентҡа күберәк. Тәҡдим ителгән капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләме 126,6 миллиард һум тәшкил иткән. Иң күп проекттар Өфө ҡалаһында (335) ҡаралған. Шулай уҡ Благовещен районы (160 проект) һәм Салауат ҡалаһы (133 проект) әүҙем ҡатнашты.
– Муниципалитеттарҙың бизнес-шерифтары ярҙамында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡаралған 1032 проект тормошҡа ашырыла башланы. Республика эшҡыуарҙары 8,9 мең яңы эш урыны булдырған. Айырым иғтибар талап иткән проекттар беҙҙең министрлыҡта контролдә тотола, - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
2019 йылдың мартында Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"н үткәреү тәжрибәһе индерелде. Урындағы властарҙың буласаҡ инвесторҙар менән осрашыуы аҙна һайын муниципалитет хакимиәте башлығы ҡатнашлығында уҙа. Эшҡыуарҙар һәм бизнеста көсөн һынап ҡарарға теләүселәр үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға тәҡдим итә, борсоған һорауҙарын бирә, финанс, мөлкәт һәм башҡа төрлө ярҙам сараларын һорай ала.
Проектты тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн эшҡыуарға түбәндәге һылтанма буйынса яҙылырға кәрәк https://investrb.ru/ru/business/support/business һәм форманы тултырырға (проект тураһында һөйләргә, бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтергә). Муниципаль берәмек хакимиәте белгестәре "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә саҡырыу өсөн бәйләнешкә сығасаҡ.