Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 14:03

Диспансеризация - һаулыҡ нигеҙе!

2022 йылдың 11 айында республикала 1176 703 кеше диспансеризацияның беренсе этабын һәм профилактик медицина тикшереүен үткән.  

Диспансеризация - һаулыҡ нигеҙе!
Диспансеризация - һаулыҡ нигеҙе!

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, пациенттарҙың 38 проценты ғына профилактик маҡсат менән медицина ойошмаларына бара. Диспансеризация хроник йоғошһоҙ ауырыуҙарҙың үҫешеү хәүефенең төп факторҙарын асыҡлау, инвалидлыҡты, ваҡытынан алда үлемде кәметеү һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу маҡсатында үткәрелә.

Диспансеризациялау һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылдың 11 айында тәүге тапҡыр 149 450 ауырыу осрағы асыҡланған. Беренсе урында — ҡан әйләнеше системаһы (38 430 осраҡ), икенсе урында – аш һеңдереү органдары  (19 154), өсөнсөлә – тын алыу органдары (6 434) ауырыуҙары.

Социаль әһәмиәтле ауырыуҙар араһында тәүге тапҡыр туберкулез (14 осраҡ) яман шеш (725), шәкәр диабеты (2 356), юғары ҡан баҫымына бәйле (20 800), йөрәк (2 811) ауырыуҙары асыҡланған.

Даими диспансеризация үтеү илебеҙ халҡының инвалидлығына һәм үлеменә төп сәбәп булған иң хәүефле ауырыуҙарҙың үҫешеү ихтималлығын кәметергә йәки уларҙы иртә үҫеш стадияһында, дауалау һөҙөмтәлерәк булғанда асыҡларға мөмкинлек бирә. Диспансеризацияны 18-39 йәштә өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкән булғанда йыл һайын һәм йыл һайын үтергә кәрәк. Бының өсөн прописка буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә. Үҙең менән Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы булырға тейеш.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: