Бишбүләк районынан Булат Ноғоманов "Агростартап" гранты конкурсында еңеү яуланы һәм бизнесын үҫтереүгә 2,8 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. Ул һөнәре буйынса - химик-технолог, әммә тыуған ерендә файҙалы, тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү теләге уны ер еләге үҫтереүгә этәрә. Фермерҙың ниәтен район хакимиәте лә хуплай, ер бүлеп бирә. Бөгөн ауыл эшҡыуары биләмәләренең майҙаны 3 гектар тәшкил итә, унда бөтә ғаилә ағзалыра һәм ауылдаштары эшләй. Грант аҡсаһына ул эште механизациялау өсөн ҡорамалдар һәм техника һатып алған. Хәҙер инде бизнесты артабан киңәйтеү тураһында ла уйлай.
– Ер еләге үҫтереү – миҙгелле бизнес, – ти йәш фермер. - Эштәр иртә яҙҙан башлана һәм көҙ аҙағына тиклем дауам итә. Был осорҙа 25-кә яҡын кешене яллайбыҙ, улар емеш-еләк йыйыу һәм утау менән шөғөлләнә. Ҡул хеҙмәтен еңеләйтеү өсөн грант аҡсаһына кәрәкле техника һәм еләкте һыуытыу өсөн һыуытҡыс һатып алдыҡ, майҙандарҙы арттырҙыҡ һәм өс даими эш урыны булдырҙыҡ. Элек көн һайын тауарҙы һатырға тура килһә, бөгөн бындай ихтыяж юҡ. Еләк һатып алырға теләүселәр теләгән ваҡытта мөрәжәғәт итә ала. Уға ихтыяж ҙур, сөнки беҙҙең еләктәр тәмле һәм тәбиғилеге менән айырылып тора. Ҡышҡыһын да еләк-емешкә һорау бар, шуға күрә уны теплица шарттарында үҫтереү ысулдарын өйрәнәбеҙ. Бөгөн ер еләген Бишбүләк һәм яҡындағы райондарҙа һатабыҙ, әммә төп өлөшө (70%) Өфөгә тура килә.
Булат Ноғоманов ер еләге бизнесын үҫтереүгә алған "Агростартап" гранты "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проекты сиктәрендә бүленә. Ноғомановтан тыш, 2022 йылда грант конкурсында Башҡортостандан тағы ла 38 кеше еңеүсе булды, ошо йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 125,4 миллион һум тәшкил итте.