Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 15:03

Башҡортостанда төҙөлөшкә рөхсәт алыу ваҡыты уртаса 2 тапҡырға кәмегән

Ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың ҡушыуы буйынса башҡарылды.  

Башҡортостанда төҙөлөшкә рөхсәт алыу ваҡыты уртаса 2 тапҡырға кәмегән
Башҡортостанда төҙөлөшкә рөхсәт алыу ваҡыты уртаса 2 тапҡырға кәмегән

- 2022 йыл йомғаҡтары буйынса төҙөлөшкә рөхсәт биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса эштәр йәһәтенән күрһәткестәрҙең яҡшырыуын билдәләйбеҙ. Төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙың уртаса ваҡыты 80 көндән 40 көнгә тиклем кәмегән. Кәрәкле процедураларҙың уртаса һаны 9,19-ҙан 6,5 берәмеккә тиклем төштө, - тине Андрей Назаров.

Республикала төҙөлөшкә рөхсәт биреү буйынса эштәрҙе яҡшыртыу өсөн Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһының ярҙамсы системалары яңыртылған, республикаһының Төҙөлөш порталы камиллаштырылған, һанлы мөхиттә төҙөүсе кабинеты эш башлаған. Инвестиция-төҙөлөш циклы этаптарына һәм ваҡытына анализ үткәрелгән, уның йомғаҡтары буйынса төҙөлөшкә рөхсәт алыу процедураһы буйынса айырым этаптарҙы параллелләштереү мөмкинлеге менән инвестиция циклын 30 проценттан ашыуға ҡыҫҡартыу тәҡдим ителгән. Әлеге ваҡытта ҡала төҙөлөшө өлкәһендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү процедуралары буйынса методик пособие һәм инфографика әҙерләнә. Пособиела инвестиция-төҙөлөш циклы ваҡытын оптималләштереү һәм ҡыҫҡартыу буйынса варианттар тәҡдим ителәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса йөкләмәһе сиктәрендә Республика Хөкүмәте шулай уҡ торлаҡ майҙаны буйынса былтырғы рекордты уҙып, 3 миллион 10 мең квадрат метр күрһәткесенә өлгәшеүҙе күҙ уңында тота.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас в