Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар 2023, 14:26

Башҡортостан Иран Һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Радий Хәбиров 15 декабрҙә уҙған Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенә 2023 йылда республикаһының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса эшләргә ҡушты.  

Башҡортостан Иран Һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлекте нығыта
Башҡортостан Иран Һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Әлеге ваҡытта республика Иран менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса тығыҙ эш алып бара.

- Иран авиация һәм пилотһыҙ техника, хәләл сәнәғәт секторында бергәләп эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Бынан тыш, илдең Башҡортостанда һөт продукттары етештереү линияһын асырға, Иранда он һәм бойҙай һатыуҙы ойоштороуға ҡыҙыҡһыныу белдергән компаниялары бар. Иран бизнесмендары "Ағиҙел" йылға йөк порты проектында ҡатнашырға әҙер, - тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика рәсми делегацияһының Ираға сәфәре планлаштырылған.

2023 йылда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х Форумы Өфөлә уҙғарылған ҙур саралар сылбырын тулыландырасаҡ. Әлеге ваҡытта Федерация Советында һәм Беларусь Милли йыйылышының Республика советында буласаҡ форумды әҙерләү буйынса ойоштороу комитеттары булдырылған, форум программаһы буйынса берлектә эш алып барыла.

2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барған предприятиеларға ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: