Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 10:20

Балыҡсы ҡапыл һаулығы насарайыу арҡаһында өйөнә ҡайта алмаған

Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Балыҡсы ҡапыл һаулығы насарайыу арҡаһында өйөнә ҡайта алмаған
Балыҡсы ҡапыл һаулығы насарайыу арҡаһында өйөнә ҡайта алмаған

75 йәшлек балыҡсы 112 номеры буйынса шылтыратҡан һәм ярҙам һораған. Билдәле булыуынса, пенсионер «Авиатор» ял базаһы районында балыҡ тотоу өсөн Павловка һыуһаҡлағысына юлланған. Ләкин ул үҙен насар тойғанға күрә кире әйләнеп ҡайта алмаған. Ҡотҡарыусылар пенсионерҙы ял базаһына алып килгән, йылытҡан һәм эҫе сәй менән һыйлаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в