Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәйлә Ғәләүетдинова 1946 йылдың 3 ғинуарында Архангел районының Тирәкле ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
1965 йылда йәш белгес диктор булып, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Башҡортостан радиоһында «Шиғриәт минуттары», «Һеҙҙең өсөн, ветерандар», «Бөтә йөрәктән», «Ваҡыт даръяһы» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып бара.
Легендар диктор, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусы, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, фиғыл-ҡиәфәте менән бер нисә дәүер символына әйләнә.