Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы министрлығының ер участкаларын межалау проекттарын әҙерләүгә һәм кадастр эштәрен үткәреү өсөн муниципаль берәмектәргә субсидиялар бүлеү тәртибен үҙгәртеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрен хупланы.
Ул шулай уҡ республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙамды ҡараны. 2022 йылда тармаҡ предприятиелары 50 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Субсидиялар яңы ҡорамалдар һәм техника һатып алған өсөн түләнгән. Төбәк бюджеты сығымдарҙың 40% тиклемен компенсациялаған, әммә йылына бер предприятиеға 5 миллион һумдан артыҡ түгел.
Аграр ведомствола солоҡ һәм түмәр-солоҡ умарталыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән төбәк программаһы проектын да әҙерләнеләр. 2023 йылда уны тормошҡа ашырыуға 20 миллион һум бүленә. Бюджет аҡсаһы башҡорт тоҡомло бал ҡорто ғаиләләрен һәм инә ҡорттарын һатып алыуға йүнәлтелә. Шулай уҡ, балды лаборатор тикшереү һәм бал ҡорттары тоҡомоноң генетик дөрөҫлөгөн өйрәнеү өсөн дә тәғәйенләнгән.