Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2023, 11:52

Тыштағы һауа температураһы - төп күрһәткес

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре йылылыҡ тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.  

Тыштағы һауа температураһы - төп күрһәткес
Тыштағы һауа температураһы - төп күрһәткес

Аңлатабыҙ. Башҡортостан порталы йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар туплаған.

- Квитанцияларҙа айҙан-айға йылылыҡ өсөн түләү суммаһының айырмаһы нимәгә бәйле?
Йылы тотоноуға йоғонто яһаған төп күрһәткес - тыштағы һауа температураһы. Урамда һыуығыраҡ булған һайын, йорт йылылыҡ энергияһын күберәк ҡуллана. Шуның өсөн айлыҡ түләүҙәр төрлөсә - көҙ һәм яҙ айҙарында минималь сумма түләһәк, ҡышҡыһын ярайһы уҡ ҙур сумма сыға.
Дөйөм йорттоң иҫәпләү приборы булмаһа, йылылыҡ өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан раҫланған нормативтарҙан һәм тарифтарҙан сығып иҫәпләнә. Бындай осраҡта ай һайын түләү күләме бер төрлө ҡала һәм йылылыҡ өсөн тарифты индексациялаған осраҡта ғына үҙгәрә.

- Өй күпме йылылыҡ ҡулланғанын нисек белергә?
Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре хеҙмәтләндергән барлыҡ йорттарҙа ла тиерлек модемдар ҡуйылған. Был күрһәткестәрҙе ситтән тороп, йәғни кешеләр ҡатнашлығынан тыш күреү мөмкинлеген бирә. Бындай осраҡта һандарҙы дөрөҫ яҙмау йәки нимәнелер үҙгәртеү мөмкин түгел. Дөйөм йорттоң иҫәпләү приборҙары параметрҙары ведомостары менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://mup-uis.ru/consumers/sp/#/

"БашРТС" бөтә мәғлүмәтте түләү документтарында бирә. Документтағы мәғлүмәтте нисек аңларға һәм өйҙөң күпме йылы ҡулланыуын нисек белергә? Күрһәтмәне ошонда ҡарағыҙ: https://www.bashrts-rb.ru/ru/about/doc/infografika/

- Йылылыҡ буйынса һорауҙар булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу элемтәһе: 8 (347) 294-94-00
Өфөләге Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең Ситуация үҙәге: 8 (347) 277-09-11
Өфө ҡалаһының торлаҡ хужалығы идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы диспетчерҙары: 8 (347) 235-48-00
«БашРТС» ЯСЙ: 8 (800) 511-30-15
Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһы:8 (800) 250-52-80

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында 2022-2023 йылдарҙағы йылытыу миҙгелендә йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй. Түбәндә күрһәтелгән телефон аша йылытыу сифатының тейешле кимәлдә булмауы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге башҡа етешһеҙлектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин:
8 (347) 276-35-90

Шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты:
  эш көндәрендә дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем - сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем
  йома - сәғәт 9.00-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем
  төшкө ашҡа тәнәфес - 13.00 сәғәттән 13 сәғәт 45 минутҡа тиклем.
Ошо телефон буйынса шылтыратып, йылытыу сифатының тейешле кимәлдә булмауы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге башҡа етешһеҙлектәр хаҡында хәбәр итергә мөмкин.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: