Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров 2023 йылда Сибай-Аҡъяр автомобиль юлында ремонт эштәренең беренсе этабын уҙғарыуға финанс бүлергә, шулай уҡ 2024 йылға икенсе этапты тормошҡа ашырыу өсөн сығымдарҙы ҡарарға ҡушты. Был мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2022 Йылдың 15 декабрендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса тикшерелде.
- Һуңғы йылдарҙа республикала юл инфраструктураһын яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эш башҡарҙыҡ, эҙмә - эҙлекле рәүештә тәү сиратта халыҡ һораған объекттарҙы тәртипкә килтерҙек, - тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров. - Урал аръяғында йәшәүселәр Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының торошо хаҡында күп яҙҙы - ул ысынлап та яҡшы хәлдә түгел. Быйыл ремонт эштәренә тотонорға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев һүҙҙәренсә, 2023 йылда ремонтҡа 24,2 саҡрым оҙонлоҡтағы участкалар тәҡдим ителә: Баймаҡ районы буйынса – 16,6 һәм Хәйбулла районы буйынса-7,4 саҡрым. 2024 йылға 23,5 саҡрым оҙонлоҡтағы участкалар планлаштырылған.