Ғүмер үтә
Ҡөндәр үтә, айҙар үтә...Айҙар йылды йылға ялғай...Шулай беҙҙең ғүмер үтәБары бер йыл йәки айҙай...Ҡабаландырабыҙ ҡышты,-Яҙҙы тиҙ(е)рәк күрге килә!Яҙ етеүгә йәй көтәбеҙ,Йәй ҙә үтә... Көҙө килә...Аңламайбыҙ, ҡабаланып,Ғүмеребеҙҙе ҡыуабыҙ.Әйтерһен дә, береһен үтеп,Икенсеһенә тыуабыҙ.Яҙҙар ҙа гел ҡабатланыр,Килер көҙҙәр ҙә йыл һайын...Тағы күпме яҙҙа, көҙҙәБеҙ булырбыҙ, әйтеү ҡыйын...Туҡтайыҡсы! Уйланайыҡ!Фани донъя сикһеҙ түгел.Һәр бер көндә, һәр сәғәттәЙәшәү тәмен тойһын күңел!Сәкинә Тотманова