Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2023, 13:30

Картуф баҡсаһынан боҙ майҙансығы

Валерий Мәүлиев йыл һайын ауылдаштарына бүләк яһай.  

Картуф баҡсаһынан боҙ майҙансығы
Картуф баҡсаһынан боҙ майҙансығы

Баҡалы районының Туҡбирҙе ауылы балалары бына инде бер нисә йыл рәттән хоккей уйнап кинәнә. Быйыл иһә уларҙан үрнәк алып, ололар ҙа конькиға баҫҡан.

Валерий Маүлиев кемдәндер боҙ майҙансығы эшләүҙе көтөп тормаған, ә үҙенең картуф баҡсаһынан бынамын тигән хоккей коробкаһы эшләгән. Бының өсөн ул уңыш йыйыу менән, ерҙе тигеҙләп, майҙан әҙерләй. Һыуыҡтар башланғас, өс улы менән боҙ ҡатламы яһайҙар. Бының өсөн хужа хатта махсус яйланма ла эшләп алған: һыу йоҡа ҡатлам булып аға һәм боҙ тигеҙ була.

Тәүге йылда Мәүлиевтар үҙҙәре генә боҙ шыуһа, хәҙер инде был майҙан ауыл балаларының тауышынан шау-гөр килеп тора. Хоккей ярышына хатта күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Йорт хужаһы балалар мәхрүм ҡалмаһын өсөн бер нисә коньки, сәкән таяғы ла алып ҡуйған: кемдеке юҡ, улар алмашлап уйнай.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: