Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Января 2023, 04:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 3 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2...-7 градус.

4 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10...-15 градус, аяҙытҡанда -19...-24 градусҡа тиклем. Көндөҙ -4...-9 градус, урыны менән -14...-19 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас