Ул Өфөлә Яңы йыл фестивале сиктәрендә өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың 23 төбәгенән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ат спорт клубтары командалары ҡатнашты.
Парад сиктәрендә иң сағыу биҙәлгән сана менән атҡа һәм үҙенсәлекле ижади "визитка"ға конкурс ойошторолдо. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙы дүрт номинацияла баһаланы. Конкурстың төп бүләген Дүртөйлө районының ат-сана экипажы алды. Яңы йыл конкурсының юғары наградаһына быйыл команда өсөнсө тапҡыр лайыҡ булған!
"Иң дәртле экипаж" - Ҡариҙел, "Иң матур егеүле" - Баҡалы, "Иң яҡшы биҙәлгән сана" Кушнаренко райондарынан килгән булып сыҡты. Шишмәләр "Иң үҙенсәлекле презентация»" оминацияһында лауреат дипломы менән бүләкләнде. Лауреаттар аҡсалата приздар менән бүләкләнде.