"Яңы Йыл каникулдары. Terra ZIMA 2023" фестивале сиктәрендә бөгөн Ағиҙел йылғаһы буйында саңғы-уҡ биатлоны үтте. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан уҡсылар көс һынашты. Ярышта ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, бөтә конкурсанттар ҙа таяҡһыҙ ғына һунар саңғыһы һәм сәпһеҙ уҡ-һаҙаҡ файҙаланған.
Ир-егеттәр араһында Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил районы) - 1-се, Фәрит Юлдашбаев (Өфө районы) - 2-се, Илназ Үҙәнбаев (Учалы районы) 3-сө урынды яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ишембай ҡалаһынан килгән Зөһрә Сәфәрғолова етеүсе булманы - ул 1-се урынға лайыҡ булды. Венера Юлдашбаева (Өфө районы) менән Айгөл Ғәлиуллина (Белорет ҡалаһы) 2-се һәм 3-сө урынды алды.