Республика Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе буйынса төбәк Хөкүмәтенә йөкләмәләр бирелде.
-Уларҙың күпселеге социаль йүнәлештә һәм тәү сиратта граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шуға күрә уларҙы нисек үтәргә ниәтләүебеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостандың "2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында" закон проектына ярашлы "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһын тормошҡа ашырыуға 10 мең пенсионерҙы йәлеп итеү өсөн 24 миллион һум ҡаралған. Проектты үҫтереү өсөн финанслауҙы 48 миллион һумға тиклем арттырырға һәм программала ҡатнашыусылар һанын 20 мең кешегә тиклем үҫтерергә кәрәк, - тине Андрей Назаров.