Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2023, 17:39

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы башланды

Андрей Назаров уны үткәреү буйынса саралар планына тәҡдимдәр индерергә ҡушты.  

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы башланды
Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы башланды

Уҙған йылдың 15 декабрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 2023 йыл - Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ойоштороу комитеты составын раҫлау һәм республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү тураһында мәсьәләне ҡараны. 

– Төбәктә йыл планын төҙөү буйынса эш башланды. Уға ауыл тормошон популярлаштырыу маҡсатында социаль объекттар, парктар һәм ял итеү зоналарын, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөү, музейҙар булдырыу, спорт һәм музыкаль саралар үткәреү, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, йәштәр менән эшләү инә,  – тип хәбәр итте Андрей Назаров.

Ғинуарҙа ойоштороу комитетының беренсе ултырышында Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы үткәреү буйынса саралар планын раҫлау планлаштырылған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: