Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ғинуар 2023, 13:15

Алкоголь һатыуға сикләү индерелә

Башҡортостанда бөгөндән магазиндарҙа алкоголь һатыуға сикләү индерелә. Был хаҡта ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Алкоголь һатыуға сикләү индерелә
Алкоголь һатыуға сикләү индерелә

Яңы йыл байрамдарында алкоголь нисек һатыласаҡ:


3 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем;

4 ғинуарҙа иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем;

5 ғинуарҙа иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем;

6 ғинуарҙа иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем;

7 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем;

8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем.

Дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу ойошмаларына был сикләүҙәр ҡағылмай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: