Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 09:05

Янғында ир кеше һәләк булған

Бөгөн төнгө сәғәттәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Стәрлетамаҡ ҡалаһының Демократик урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Янғында ир кеше һәләк булған
Янғында ир кеше һәләк булған

Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.
Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы килеп еткәс, 6х8 метр ҙурлыҡтағы ағас йортта янғын сығыуын асыҡланған. Үкенескә күрә, янғынды һүндергән саҡта 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: