Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ғинуар 2023, 20:45

Шәп егеттәр үҙҙәре буран ҡуптара!

Футболсыларҙы әйтәбеҙ. Бөгөнгө күҙ асҡыһыҙ буранда ла дәртле, әүҙем, сая, көслө рухлы спортсылар Учалы районының Ҡотой ауылына - "Олотау турниры"на йыйылды. Йыл һайын уҙғарылған ҡышҡы мини-футбол буйынса ярыштар үтә ҡыҙыу барҙы - ҡарҙы туҙҙырҙылар ғына!  

Шәп егеттәр үҙҙәре буран ҡуптара!
Шәп егеттәр үҙҙәре буран ҡуптара!

Һис кем еңелергә теләмәй, бар көсөн һалып уйнаһа ла, "Олотау турниры-2023" чемпионы булып Учалы ҡалаһының "Газсы" футбол командаһы танылды. 2022 йылда пьедесталдың ни бары өсөнсө генә баҫҡысына күтәрелгән спортсылар, быйыл ныҡ сәмләнеп килгән, ахыры.  

Ҡорама ауылынан "Толпар" командаһы быйыл тағы... икенсе урынды  яуланы.

Өсөнсө урынды Учалы ҡалаһының мосолмандар командаһы алды. Әйткәндәй, былтыр улар беренсе ине...

Ҡотой ауылы егеттәре йәнә дүртенсе урын менән хушһынды. Ҡунаҡсыл хужалар булараҡ, барыһын да алға сығара ла ҡуя үҙҙәре.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Ярышсыларҙың барыһына ла күркәм уйын өсөн, ойоштороусыларға юғары кимәлдәге турнир өсөн ҙур рәхмәт!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: