Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала көн болотло була. Епшек ҡар һәм буран сығыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15-20 метрға етәсәк.
Һауа температураһы төндә- 5-10, республиканың көнсығышында 15 градусҡа тиклем һалҡын. Автомобилселәргә иғтибарлыраҡ һәм һаҡ булырға кәрәк, сөнки метеорологтар юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүен, шулай уҡ боҙлауыҡ булыуын фаразлай. Бынан тыш, яуым-төшөм арҡаһында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Фото: Т. Аманов