-3 °С
Ҡар
Әйтәйек, Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында 8х10 метр ҙурлығындағы кирбес йортта янғын ваҡытында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре конструкцияларҙы һүндереү һәм һүтеү барышында бер кешенең кәүҙәһен тапҡан.
Мәрхүм 1966 йылғы ир. Янғын сәбәбе асыҡлана.
Янғын һүндереүселәр Дыуан районы Ләмәҙ ҡасабаһында Йәштәр урамында урынлашҡан шәхси ағас йортто һүндергән саҡта 1951 йылғы тағы бер ирҙе тапҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмдәре һәм тәүтикшереүселәре янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Т. Аманов