Яңы йыл
Баҫ һин ҡотло аҡ яҫтыҡҡа Төклө аяғың менән, Көндән-көнгә, айҙан айға Тулы табағың менән! Бойҙай сәсһәң, башағын йый, Шалҡан сәсһәң - тамырын. Сей булмаһын, күперелеп Уңһын бәхет ҡамырың! Һоҡ теймәһен һоҡланғандан, Күҙекмәҫлек йыл бул һин. Ғазабың да ләззәт булып Ҡалыр төҫлө тойолһон! Ауыр аяҡ менән килмә, Еңел аяҡ менән кил, Юллыҡлы бул, ил йортона Изге ниәт менән ин! Бысраҡ теләклеләр һине Йөрөмәһен ҡотортоп: Кәкре ҡайынға терәтеп, Төп башына ултыртып. Өр-яңы йыл! Һәр сабыйың Өлөшө менән тыуһын, Йүгереп үткән һәр миҙгелең Еңел аяҡлы булһын!
Таңһылыу Ҡарамышева