Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Января 2023, 15:15

Водителдәр иғтибарына!

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов автоһәүәҫкәрҙәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.

Водителдәр иғтибарына!Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

«Яңы йылдың тәүге көнөндә республика юлдарында һауа шарттарының боҙолоуын, көслө ҡар яуыуын һәм буран сығыуын күҙәтәбеҙ. Килеп тыуған хәлдә транспорт саралары менән идара иткәндә мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ булыуығыҙҙы һорайым. Әгәр юлда икәнһегеҙ, арауыҡты һәм тиҙлек режимын үтәргә, йәйәүлеләр үткәүеленән үткәндә иғтибарлы булырға кәрәк. Киҫкен маневрҙарҙан яһамаҫҡа, арауыҡты һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереү мотлаҡ», - тип яҙҙы республиканың баш дәүләт автоинспекторы телеграмма-канал

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас