Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ғинуар 2023, 09:45

Көн торошо

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн ҡар яуыуы һәм ҡаты һыуыҡтар булыуы көтөлә. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 2023 йылдың тәүге көнөндә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Яңы йыл төнө бик һыуыҡ була. Термометр бағанаһы -11, -16, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ йылыраҡ була, һауа -5, -10 градусҡаса йылына.

Бынан тыш, метеорологтар республика юлдарында урыны менән боҙлауыҡ булыуын фаразлай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: