Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Декабрь 2022, 21:00

Яңы йылды көткәндә

Бик дәртләнеп көтәм Яңы йылды, Ҡосағыма һыйына ҡыуаныс. Яңы йылыма күп өмөт бағлап-Үткән йылым ғына ҡыҙғаныс. Ваҡыт юҡ, илһам килмәй, тип йөрөп, Ғүмер сырхау* яҡҡа һарҡыны.. Мөғжизәләре булыр- Хоҙайҙың, Күңелгә керерме ялҡыны?.. Ошо мәлдә бер күңелле сара:Шатлыҡ менән Яңы йыл етә. Әллә бары алдандыҡмы икән, Ғүмерҙең юлын үтә-һүтә... Хәҙер инде зарланырға түгел, Кәттә* замана ла йәшәйбеҙ. Тик донъялар ғына имен торһон, Хоҙайҙан беҙ шуны теләйбеҙ. Хәлиҙә Бакирова29;12;2022.Сырхау*-ау(ы)рыу, Кәттә*-шәп.Хәшиәт.

Яңы йылды көткәндә
Яңы йылды көткәндә

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: