Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабрь 2022, 16:00

“Полено” торты

Торт-рулет бик үҙенсәлекле килеп сыға.

“Полено” торты
“Полено” торты

450 г әҙер ҡатлы ҡамыр кәрәгә. Уны “тағатып” буй-буй итеп киҫергә кәрәк. Эҫе духовкала 10 – 15 минут бешереп алырға. Таяҡсалар килеп сыға.

Крем өсөн: 400 г аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт, 2 балғалаҡ тарттырылған тәбиғи кофе (молотый). Барыһын ҡушып, яҡшылап болғарға.

Махсус пленканы бер нисә ҡат итеп йәйеп, уға крем һалырға һәм бер нисә ҡатлы таяҡсаны (биҙәү өсөн ҡалдырығыҙ), тағы кремды. Шулай ҡатлап-ҡатлап һалырға. Рулет итеп төрөргә һәм 12 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ваҡыт үткәс, пленканы алып, тортты ваҡланған таяҡсалар менән әүәләргә. Әйткәндәй, был тәмлекәсте алдан эшләп, туңдырып та һаҡларға була.

Тәмле булһын!

Пы.Сы. Бешереп ҡараманыҡ, рецепт буйынса яҙылды)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: