Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2022, 14:35

Учалылар батыр улдары менән бәхилләште

27 декабрҙә Сәфәр ауылында махсус хәрби операция мәлендә батырҙарса һәләк булған пол командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары Денис Әхтәмов менән бәхилләшеү булды.

Учалылар батыр улдары менән бәхилләште
Учалылар батыр улдары менән бәхилләште

Матәм сараһында БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, район хакимиәте етәксеһе Руслан Гиләжетдинов, мәрхүмдең дуҫтары-туғандары, хәрби хәрәкәт ветерандары, ауылдаштары йыйылды. Яугирҙе Сәфәр ауылында ерләнеләр.  

Белешмә:

Денис Дамир улы Әхтәмов 1985 йылдың 6 июлендә Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында тыуған. 2003 йылда Сәфәр ауылы мәктәбен тамамлаған, аҙаҡ биш йыл РФ Оборона министрлығының Хәрби университетында хәрби-социаль эш факультетында белем алған. Егет аҙаҡтан биш йыл контракт буйынса хеҙмәт итә, Балтика флотына Калининградҡа ебәрелә. 

Быйлы октябрь айында хәрби-сәйәси эш буйынса полк командиры урынбаҫары ителә. Хәрби задание үтәгәндә 7 ноябрҙә батырҙарса һәләк була. 

СВО-ла күрһәткән батырлығы һәм БР Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы Денис Әхтәмов үлгәндән һуң Шайморатов ордены менән наградланды. 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: