Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2022, 22:40

Композитор Эдуард Артемьев вафат булған

Кино музыкаһы композиторына бер ай элек 85 йәш тулған ине. Ул ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.

Композитор Эдуард Артемьев вафат булған
Композитор Эдуард Артемьев вафат булған

Эдуард Артемьев 150-нән ашыу нәфис фильмдың музыкаһы авторы тип һанала. Ул режиссерҙар Андрей Тарковский («Зеркало», «Солярис», «Сталкер»), Никита Михалков («Свой среди чужих, чужой среди своих», «Утомленные солнцем», «Сибирский цирюльник») һәм Андрей Кончаловский («Ближний круг») менән эшләгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: