Эшҡыуарҙарҙың дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекерҙәрен белешкәндәр. Анкетаны 82 бизнесмен тултырған. Шуларҙың 62 проценты ағымдағы йылда дәүләт ярҙам алған. 48 проценты һалым ташламалары хаҡында белә, Гарантия фонды хеҙмәте, дәүләт субсидиялары тураһында ла беләләр. Быға ҡағылышлы һорауға респонденттарҙың 59 һәм 70 проценты ыңғай яуап биргән. 82 кешенең яртыһынан күбе (54 проценты) дәүләт субсидияларын алыу шарттарын “бик яҡшы”ға баһалаған. Ә дөйөм ярҙам буйынса ҡәнәғәтлелек кимәле биш мөмкинлектән – дүрт мәрәй.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.