"Вәсил Сәхипгәрәй улы кеүектәр хаҡында «ат йәнле» тиҙәр. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләгән уҙаман һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда атты егеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар тупланмаһы, атты нисек тәрбиәләргә, нимә ашатырға кәрәклеге тураһында ихласлап аңлатты. Ҡыҙыҡһынып күҙәткән балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Халҡыбыҙҙы данлаған, элек-электән яуҙарҙа ир-егеттең юлдашы булған, һәр саҡ кешегә хеҙмәт иткән аттарҙы һаҡлау тураһында ла фекер алышты ауылдаштар. Аттарҙы тулыһынса машиналар алыштырған хәҙерге заманда бындай оҫталыҡ дәресен ойоштороусыларға афарин, тиергә генә ҡала.
Осрашыуҙың әхлаҡи әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Йәш быуында тәбиғәткә, хайуандар донъяһына һаҡсыл ҡараш һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә тағы ла бер аҙым булды ул" - тип хәбәр иттеләр ауылдың ВК төркөмөндә.